Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр. Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр. Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр Беҙҙең менгән аттар - Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Сәскә ата-ата һөйләрҙәр...